Уҡытыусы
Уҡытыусы | |
Эшмәкәрлек сфераһы | преподавание[d] һәм мәғариф |
---|---|
Һештег | teachers һәм teacher |
Тейешле квалификация | Praxis Early Childhood Education Exam[d], Praxis 5161 Mathematics Content Knowledge Exam[d], Praxis 5941 World US History exam[d], Praxis 5235 Biology Exam[d] һәм Praxis 5001: Elementary Education[d] |
ISCO-08 occupation class | 23 |
Өлөшләтә тура килә | профессиональный педагог[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | обучающийся[d], ученик[d] һәм студент[d] |
Категория-эпоним | Категория:Категории учителей[d] |
Уҡытыусы Викимилектә |
Уҡытыусы — мәғариф белгесе; киләсәк быуынды (киңерәк — уҡыусыларҙы) тәрбиәләү һәм уҡытыуға йүнәлтелгән һәм киң таралған йәмәғәт профессияларының береһе; преподаватель йәки педагог — уҡытыу, тәрбиә эше менән шөғөлләнгән кеше.
Конфуций былай тип яҙған:
Уҡытыусының бурысы — уҡыусының фекер йөрөтөүенә яңы перспектива асыу. Конфуций[1]
|
Профессияның тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уҡытыусылыҡ һәм уҡытыусылар кешелек үҫешенең бик боронғо замандарынан билдәле, әммә сағыштырмаса һуңғы осорҙа ғына киң таралған һөнәргә әйләнде.
Тәүге, антик, мәғариф системаһы барлыҡҡа килгәндән алып, Боронғо Грецияла тәүге уҡытыусылар билдәле булған. 7 йәштән балалар школы, грамотаға, арифметикаға, музыкаға, йырларға, һүрәт төшөрөргә өйрәнгән. Фәндәр уҡытылған мәктәптәрҙән башҡа, махсус шәхси гимнастика мәктәптәре — палестралар булған.
Төрлө осорҙарҙа һәм төрлө илдәрҙә тәрбиәләү һәм уҡытыу бурысы йыш ҡына төрлө кешеләргә: тәрбиәселәргә, кураторҙарға, уҡытыусыларға тапшырылған.Константин Дмитриевич Ушинский уҡытыусыларҙы, уҡытыу менән бер рәттән, тәрбиә эше тәү сиратта тороға тейеш, тигән фекер әйткән. Әгәр уҡыусыларға, белем һәм күнекмәләр биреү менән мауығып китеп, дөрөҫ тәрбиә бирелмәгәндә, был быуындың йәмғиәткә йүнәлтелгән хәүефле ғәмәлдәр ҡылыуы мөмкин, тип иҫкәрткән. Белеме түбән булғанда йәмәғәтселеккә бик ҡурҡыныс булмаҫ ине, бәлки, ти. Һәм миҫал итеп Чичиковҡа күрһәтә:
«Әлбиттә, аҡылды булдырыу һәм уны белем менән байытыу күп файҙа килтерә, әммә, йәл, мин ботаник һәм зоологик мәғлүмәттәр йәки Фохт һәм Молешоттың тәрән фекерле ижады менән яҡындан танышыуы ла Гоголь городничийын намыҫлы чиновник итә алмаҫ ине тип иҫәпләйем, һәм Павел Иванович Чичиков органик химияның бөтә серҙәренә бағышланһа ла йәки сәйәси иҡтисадты белһә лә, шулай ҙа йәмғиәткә үтә зыянлы әрһеҙ булып ҡаласағына артығы менән ышанам. Уның тышҡы ҡиәфәте бер аҙ үҙгәрер, бәлки, әммә хәрби кешегә хас тиерлек йылғырлығы менән кешеләргә һырышыуы үҙгәрмәҫ; башҡа манераларға эйә булыр, башҡа тон һайлар, битлек артына күберәк йәшеренер, Бедрищевтан да аҡыллыраҡ берәүҙе отор хатта, әммә һаман да шул йәмғиәттең зарарлы ағзаһы булып ҡаласаҡ, хатта тағы ла зыянлыраҡ, тотолмаҫ яманға ла әйләнер»[2].
СССР-ҙа, һәм вариҫлыҡ буйынса Рәсәйҙә лә, был ике төрлө мәсьәләнең (һәм шулай уҡ «тәртип тотоу» бурыстары, ата-әсәләрҙең аҡсаларын йәлеп итеүҙе лә индереп, мәктәп өсөн «шефтар» эҙләү һ. б.) бер кешегә — уҡытыусыға йөкмәтелгән, ә тәрбиә, мәҫәлән, Макаренко Антон Семёнович тәрбиә төшөнсәһен ыңғай тәртиптең тотороҡло ғәҙәттәрен тәрбиәләүҙе хеҙмәткә өйрәтеп раҫлар кәрәк тигәнен яҡшы белһәк тә, мәҙәни-тарихи теорияға, Выготский Лев Семёнович, Лысенко Трофим Денисович һәм уларҙың эшен дауам итеүселәрҙең тәрбиәләүсе уҡытыу теорияһына, ярашлы, йыш осраҡта «нимә ул яҡшы» темаһына әңгәмәләргә ҡайтып ҡала.
Артабан Я. А. Коменский, К. Д. Ушинский, Луначарский Анатолий Васильевич, Шацкий Станислав Теофилович, Макаренко Антон Семёнович һ. б. тарафынан нығытылған күп быуаттар дауамында тупланған халыҡ (ғаилә) педагогикаһы тәжрибәһе, тәү сиратта көс етерлек һәм етештереү хеҙмәте саралары аша хеҙмәт, эшмәкәрлектә тәрбиәләү, асылыңды ғөмүмән танып белеү һәм донъяны танып белеү тәрбиә бурыстарын да, уҡытыу бурыстарын да уңышлы хәл итә.
Мәҫәлән, Ян Амос Коменский «Бөйөк дидактика»һында:
Яҡшылыҡ йәки миһырбанлыҡ, һүҙ бутҡаһы аша түгел, хеҙмәт менән тәрбиәләнә[3]
Уға «Күңелле тормош» («Бодрая жизнь») колонияһына нигеҙ һалыусы педагог ҡушыла:
«…балалар хеҙмәте төрҙәре һәм формалары һәм уларҙы ойоштороу, үҙенең үҫешендә ғәҙәттәге үҙгәрештәрҙе үтеп — тағы ла формаларының күберәк төрлөлөгөнә һәм ойоштороуҙоң төҙөклөгөнә, — балаларҙың социаль, эстетик һәм аҡыл тормошонда кәрәкле үҙгәрештәргә йәлеп итә»[4].
— Шацкий Станислав Теофилович
РСФСР-ҙың беренсе мәғариф халыҡ комиссары, академик А. В. Луначарский, был тәңгәлдә ҡәтғи йомғаҡ яһай:
«Шулай итеп… бала, тәбиәғткә сығып йөрөп, коллекциялар йыйып, һүрәт, фото төшөрөп, моделдәр эшләп, әүәләп, ҡатырғаны йәбештереп, үҫемлектәр һәм хайуандарҙы күҙәтеп, бөтә предметтарҙы өйрәнергә тейеш… Тел, математика, тарих, география, физика һәм химия, ботаника һәм зоология — бөтә уҡытыу предметтары уҡытыуҙың ижади әүҙем методына юл аса ғына түгел, шулай уҡ уны талап та итә»[5].— Луначарский Анатолий Васильевич
Әммә 16 йәшкә тиклемге етештереү хеҙмәте мөмкинлеге 1991 йылға тиклем, закон нигеҙендә, «балалар хеҙмәтен ҡаты эксплуатацияға юл ҡуймау» һәм «уҡыу ҙа — хеҙмәт» тигән сәбәп менән, СССР мәктәптәренән алына[6]. Шулай ҙа был фекергә ҡаршы иҫбатлауҙы ла килтермәй булмай: СССР осоронда уҡыусылар, сиратлап дежур итеп, класс бүлмәһен тәртипкә килтереп, иҙән йыуып ҡайта ине. Мәктәп уҡыусылары шулай уҡ яҙғы миҙгелдә, урман хужалыҡтары саҡырыуы буйынса, ҡарағай, шыршы үҫентеләрен ултыртыуға йәлеп ителде, көҙгө осорҙа колхоз-совхоз баҫыуҙарында уңыш йыйыу эштәрендә (картуф, башҡа йәшелсәләрҙе сығарыу) ҡатнашты.
Күп илдәрҙә, шул иҫәптән XXI быуат Рәсәйендә, уҡытыусы профессияһының дәрәжәһе кәмей барыу, һәм, һөҙөмтәлә, уҡытыусы һөнәрен тейешенсә баһалап бөтмәү тенденцияһы күҙәтелә. Профессия дәрәжәһенең йәмғиәттәге үлсәме булып хеҙмәт өсөн матди бүләкләү торғанлыҡтан, эш хаҡының бик аҙ күләмдә булыуы уҡытыусы статусы төшөүенең сәбәптәренең береһе булып тора.[7][8] Әйтер кәрәк, Германияла хатта XVI быуатта уҡ уҡытыусының йыллыҡ эш хаҡы 50 флорин тәшкил иткән[9]. 2020 йылғы алтын хаҡы курсы буйынса был яҡынса 500 мең һумға тигеҙ.
Рәсәйҙә уҡытыусының эш хаҡы окладтан (8800 һум тирәһе), компенсация (зыянды ҡайтарыу) характерындағы түләүҙәрҙән, дәрестән тыш эшмәкәрлек өсөн өҫтәп түләү һәм дәртләндереүсе (стимулирующий) түләүҙәрҙән тора. Уҡытыусы оклады туранан-тура кластағы балалар һанына бәйләнгән. Кластарҙа уҡыусылар һаны аҙ булған осраҡта, уҡытыусылар өҫтәмә йөкләмә алырға мәжбүр. Әлеге ваҡытта башланғыс класс уҡытыусыларының бер өлөшө 2-шәр тулы класс уҡыусылары менән эшләргә, һәм урта йәки өлкән баҫҡыста уҡытҡан уҡытыусылар хөкүмәт ҡабул иткән аҙнаһына 18 сәғәт дәрес кенә уҡытмай, хатта 36-40 сәғәт алып бара[10]
2019 йылдың 31 ғинуарында Рәсәй Федерацияһы Президенты Путин Владимир Владимирович ул саҡтағы мәғариф министры Васильева Ольга Юрьевна менән осрашҡанда, уҡытыусыларҙың эш хаҡына иғтибарҙы арттырырға саҡырҙы: президент фекеренсә, уҡытыусыларҙың эш хаҡы төбәктәрҙәге иҡтисад буйынса уртаса күрһәткестәрҙән түбән төшөргә тейеш түгел[11].
Белем биреү процесында уҡытыусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Психолог Климов Евгений Александрович тәҡдим иткән төркөмләү буйынса, педагог һөнәренең предметы булып бала, икенсе кеше, тора. Әммә педагогик профессияһы вәкилдәрен бүтән һөнәр кешеләренән, иң тәүҙә, ул хеҙмәтте һайлаусыларҙың фекерләү образы, бурысына юғары ҡарашы һәм яуаплылыҡ тойғоһо айыра. Шуға бәйле педагогик профессия, үҙенә бер төркөмгә бүленеп, айырым урында тора. Бер үк ваҡытта үҙгәртеп ҡороу класына һәм шулай уҡ идара итеү класына ҡарауы «кеше-кеше» тибындағы башҡа профессияларҙан уның төп айырмаһы булып тора. Үҙ эшмәкәрлегенең маҡсаты сифатында шәхестең аяҡҡа баҫыуын һәм уны үҙгәртеп ҡороуҙы ҡуйып, педагог уҡыусының интеллектуаль, эмоциональ һәм физик үҫеше, уның рухи донъяһының формалашыу процесы менән идара итеүҙе хәл итеү кеүек яуаплы бурыс үтәй[12].
Педагог эшмәкәрлегенә әҙерлек структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Формалашҡан педагогик аң: Мин-концепция, В-концепция (тәрбиәләнеүсе концепцияһы), Д-концепция (эшмәкәрлек концепцияһы).
- Тәрбиәләү һәм белем биреүҙең педагогик технологияларына эйә булыу.
- Педагогик техникаға эйә булыу. Педагогик һәләт: коммуникатив, перцептив, прогноз яһау, конструктив, дидактик, гностик, ойоштороу, экспрессив һәләттәре.
Уҡытыусылар типтарын төркөмләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡиммәттәр ориентацияһы характеры буйынса (Сорока-Росинский Виктор Николаевич): уҡытыусы-теоретиктар, педагог-реалистар (һәм утилитаристар), педагог-артистар, уҡытыусы-интуитивистар.
Интеллектуаль-ихтыяр сфераһы үҙенсәлеге: интеллектуаль тип, эмоциональ тип, ихтыяр тибы, ойоштороусы тибы.
Шәхси йүнәлеш ҡуйыу буйынса (Януш Корчак): тәрбиәсе-тиран, дан-шөһрәткә ынтылыусы тәрбиәсе, аҡыллы тәрбиәсе.
Шәхестең өҫтөнлөклө йүнәлеше буйынса: ойоштороусы, предметты уҡытыусы, ойоштороусы предметник, коммуникатор, интеллигент уҡытыусы (мәғрифәтсе).
Уҡытыусының педагогик мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уҡытыусының педагогик мәҙәниәте — үҫештең юғары кимәле йыйылмаһы һәм педагогик эшмәкәрлектең бөтә компоненттарын камиллаштырыу һәм үҫештең шундай уҡ кимәлен һәм педагогтың асылын билдәләгән шәхси көсөн, уның һәләттәрен һәм мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу.
- Уҡытыусының педагогик мәҙәниәте компоненттары
Сластёнин Виталий Александрович һөнәри-педагогик мәҙәниәттең түбәндәге компоненттарын айырып күрһәтә.
- Аксиологик компонент кешелек донъяһы тарафынан быуаттар дауамында булдырылған һәм мәғарифтың хәҙерге этабында тулайым педагогик процесҡа үҙенсәлекле рәүештә индерелгән педагогик ҡиммәттәр йыйылмаһы.
- Технологик компонент үҙ эсенә уҡытыусы педагогик эшмәкәрлегенең ысулдарын һәм алымдарын индерә.
- Шәхси ижади компонент — уға эйә булыу механизмын аса һәм, ижади акт булараҡ, уны тормошҡа ашыра[12].
Шулай уҡ уҡытыусы педагогик мәҙәниәтенең түбәндәге компоненттары билдәләнә.
- Ҡыҙыҡһыныуҙарҙың һәм ихтыяждарҙың асыҡ белдерелгән тотороҡло йүнәлеше.
- Гармониялы аҡылы, әхлаҡи һәм эстетик үҫеше.
- Педагогик оҫталыҡ[13].
- Даими үҙ аллы камиллашыуҙы маҡсат итеп ҡуйыу
- Тәртип һәм аралашыу мәҙәниәте, педагогик такт.
- Уҡытыусының шәхси үҙ аллылығы.
- Дөйөм педагогик уҡымышлылыҡ (эрудиция) һәм белдеклелек.
- Изгелекле мөнәсәбәт, аралашыусанлыҡ һәм эшкә бирелгәнлек[14].
Эффектив хеҙмәт итеүҙә кәрәкле сифаттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кеше кисерештәрен аңлау һәм уға теләктәшлек итеүгә (эмпатия) һәләтле, тәрбиәләнеүселәренең ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм ихтыяждарын тойоусан (сензитивность).
- Уҡытыу хеҙмәтенә шәхси төҫ индереү.
- Тәрбиәләнеүселәрҙең ыңғай Мин-концепцияһын үҫтереүгә позитив ярҙам булдырыу маҡсатын ҡуйыу.
- Үҙе менән һәм балалар менән идара итә белеү.
- Тәрбиәләнеүселәр менән төрлө формаль һәм формаль булмаған педагогик аралашыу стиленә эйә булыу[15].
- Эмоциональ баҫалҡылыҡ, үҙ-үҙеңә хужа булыу, үҙеңә ышаныу, күңел көрлөгө.
- Конфликттарҙы ирекһеҙләмәйсә көйләй белеү.
- Сит йолалар һәм ышаныуҙарға ихтирам менән ҡарау.
- Ижади һәләттәр.
- Рефлексияға һәләт.
Уңышлы уҡытыусы билдәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кешеләргә мөнәсәбәте
Яҡшылыҡ теләүсе. Башҡаларға ярҙамсыл. Башҡаларҙы һәм бүтән фекерҙәрҙе тыңлай һәм ишетә белеүсе. Көнсөл түгел. Кешеләрҙән һорарға һәм өйрәнергә оялмай. Бар нәмәне лә аңлатып бирергә тырыша.
- Үҙенә мөнәсәбәте
Үҙен етерлек дәрәжәлә көслө һәм ышаныслы тоя. Килеп сыҡҡан проблемаларҙан ситләшмәй, уларҙы хәл итә. Үҙенә йөкләмәләр һәм яуаплылыҡ ала. Үҙ-үҙенә тәнҡит менән ҡарай.
- Эшенә мөнәсәбәт
Хеҙмәткә һәләтле һәм йыйнаҡ. Бөтәһенә лә ваҡыт таба. Мәсьәләне хәл итеү сараһын һәм уны тормошҡа ашырыу мөмкинлеген таба. Үҙенең участкаһында булған эшкә генә түгел, бөтә эш өсөн яуаплылыҡ тоя.
- Ижад, һығылмалылыҡ
Ҡайҙа һәм ҡасан көрәшергә һәм сигенергә кәрәклекте белә. Үҙенә-үҙе эш темпын бирә. Ваҡытты маҡсатҡа ярашлы (рациональ) файҙалана. Иң яҡшы алымдарҙы табыу маҡсатына ынтылғанда хаталаныуҙан ҡурҡмай. Үҙ аллы белем алыу менән шөғөлләнә.
Педагогик эшмәкәрлектең индивидуаль стиле төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Эмоциональ-импровизация.
- Эмоциональ-методик.
- Фекер йөрөтөү-импровизация.
- Фекер йөрөтөү-методик.
Балалар яҡшыраҡ тип һанаған педагог
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәхсән сифаттар: яғымлылыҡ, күңел көрлөгө, һапалылыҡ, дуҫтарса изге теләк, аңлай һәм ышана белеү, шәхескә һәм кешелек дәрәжәһенә ихтирам; толерантлыҡ йәки түҙеп ҡарау, тактлы тәртип, юмор тойғоһо, балаларҙы яратыу.
- Ойоштору сифаттары демократлыҡ, коллегиаллек һәм хеҙмәттәшлек, ғәҙеллек, эҙлеклелек, ярҙам итеүгә ынтылыш, энтузиазм, яуаплылыҡ.
- Эшлекле сифаттары: үҙ предметын яҡшы белеү, ҡыҙыҡһындыра белеү, асыҡ һәм ҡыҙыҡ итеп аңлата белеү, үҙ предметына ҡыҙыҡһыныу (яратыу).
- Тышҡы ҡиәфәте: яҡшы кейенгән, яғымлы тауыш, дөйөм һөйкөмлөлөк[16].
Педагогик профессияға эйә булыуҙың юлдары һәм формалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Педагогик профессияға эйә булыуҙың эстәлеге һәм структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй профессиональ педагогик мәғариф системаһының ҡылыҡһырламаһы
Рәсәйҙә хәҙерге осорҙа ике концептуаль нигеҙҙе берләштереүсе киң кимәлле педагогик мәғариф системаһы эшләй. Беренсе нигеҙ — был юғары һәм урта профессиональ педагогик мәғариф йүнәлешенең донъяуи белем биреү концепцияһы. Икенсе концептуаль нигеҙ — был Рәсәйҙә үҙләшергә теләүсе көнбайышта йәшәгән күп кимәлле мәғариф. Рәсәйҙә педагогтарҙы урта һәм юғары профессиональ уҡыу йорттары әҙерләй. Совет осорондағы кеүек, педагогик белем биреү өлкәһендә профессиональ йүнәлеш алыу (ориентация) мәктәптәрҙә, профессиональ белем бирмәһә лә, уҡыусыларға буласаҡ һөнәренә эйә булыу йүнәлеше биреүсе педагогик кластарҙа, башлана. Дөйөм белем биреү дисциплиналарынан башҡа, уҡыу планына психолог-педагогик цикл дисциплиналары инә.
- Педагогик колледждар
Әлеге осорҙа Рәсәйҙә педагогик колледждар — профессиональ педагогик белем биреүҙең тәүге баҫҡысы. Унда уҡыу срогы — 2 йылдан 3,5 йылға тиклем. Педагогия колледждары мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләүсе учреждениеларға һәм башланғыс мәктәптәргә педагогтар әҙерләй. Һөнәрҙәр (специальность) исемлеге төрлөсә. Улар араһында — рәсем буйынса педагогтар, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары тәрбиәселәре, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелар һәм башланғыс мәктәптәрҙә үҫешендә тайпылышы булған балаларҙы тәрбиәләүсе һәм уҡытыусы педагогтар.
- Юғары уҡыу йорттары
Профессиональ педагогик белем биреүҙең икенсе баҫҡысы — юғары уҡыу йорттары. Юғары педагогик белемде махсуслашҡан юғары педагогик уҡыу йорттарында ла, психологтар һәм педагогтар әҙерләүсе юғары уҡыу йорттарында ла алырға мөмкин. Улар араһында социаль университеттар, университеттар һ. б. Юғары педагогик уҡыу йорттарында бирелгән һөнәрҙәр (специальность) күп төрлө.
- Бакалаврҙар һәм магистрҙар
Күп юғары уҡыу йорттарында белгестәрҙе киң кимәлле әҙерләү индерелгән. Беренсе кимәл — был 4 йыл эсендә һайланған йүнәлеш буйынса педагогик һөнәрен үҙләштереүсе бакалаврҙар; улар төрлө уҡыу йорттарында педагог хеҙмәтен башҡара. Икенсе кимәл — 2 йыл дауамында күп төрлө педагогик проблемаларҙы хәл итеү һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә магистрҙарҙы әҙерләй.
- Аспирантура
Хәҙерге осорҙа педагогтарҙы әҙерләүҙең өсөнсө кимәле булып юғары уҡыу йорттарында педагогтар әҙерләү бурысын үтәүсе, юғары квалификациялы ғилми-педагогик кадрҙар әҙерәләүсе аспирантура һәм докторантура.
Мәғарифтың күп кимәлле системаһы
Болон процесы — Болон килешеүе сиктәрендә Европа илдәре мәғариф системаларының юғары белем биреүҙең берҙәм европа арауығында яҡынайыу һәм яраҡлашыу процесы. 2003 йылдың сентябрендә Европа илдәре мәғариф министрҙарының Берлинда үткән осрашыуында Рәсәй Болон процесына ҡушыла. Киң кимәлле мәғарифтың проблемалары бик ҡатмарлы һәм күп аспектлы. Әлегә тиклем мәғарифтың киң кимәлле системаһы тулыһынса билдәләнмәгән. Күп тикшеренеүселәр һәм дәүләт институттары көнбайышта күптән үҫешкән күп кимәлле Европа мәғарифын Рәсәй мәғарифы шарттарына ҡулайлаштырыу буйынса үҙҙәренең моделдәрен тәҡдим итә.
- Мәғарифта бакалавр һәм магистр
4 йыллыҡ программа материалын үҙләштергән бакалавр белеменә эйә студентҡа үҙе алған һөнәре буйынса төрлө типтағы белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу хоҡуғын биргән диплом тапшырыла. Магистр дипломына эйә булырға теләгән кеше, иң тәүҙә бакалавр дипломын алырға, артабан 2—3 йыл уҡып, бакалавр башҡарған функцияны тормошҡа ашырыу менән бер рәттән белем биреү учреждениеларында ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләнергә, етәксе булып эшләргә тейеш.
Хәҙерге осорҙа буласаҡ педагогтарҙың профессиональ әҙерлек кимәлдәре:
- профессиональ ориентация кимәле (мәктәптең педагогик кластары);
- урта профессиональ белем (педагогия колледждары);
- юғары профессиональ белем (юғары уҡыу йорттары);
- юғары профессиональ белем биреү йорттары өсөн ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләү (аспирантура, докторантура).
Педагог-профессионалдың формалашыуында үҙ алдына уҡыуының һәм үҙ-үҙен тәрбиәләүенең роле һәм урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Үҙтәрбиә методтары
- үҙкүҙәтеү (уҡытыусы тәртибенең режиссураһы[15]);
- үҙанализ;
- үҙбойороҡ;
- үҙотчёт;
- үҙраҫлау;
- үҙғәйепләү;
- үҙьязалау;
- рефлексия (кешенең үҙ уй-фекерҙәрен, мауығыуҙарын, эмоцияларын һ.б. анализлау рәүешендәге теоретик эшсәнлеге) һ. б.
- Үҙтәрбиә йоғонтололоғо шарттары
- педагогик ярҙам һәм етәкселек;
- тәрбиәләнеүселәрҙең үҙтәрбиә мөһимлеген һәм уның технологияһына эйә булыуға ынтылышын аңлау;
- тәрбиә менән үҙтәрбиәнең үҙ-ара килешеп эш итеүе;
- тәрбиәләнеүселәрҙең әүҙем эшмәкәрлеге.
- Педагогтың үҙтәрбиә юлдары
- Шәхескә социаль талаптар.
- Асылыңды танып белеү (тышҡы баһаларҙы һәм йоғонтоларҙы ҡабул итеү, үҙанализ, үҙбаһа).
- Үҙ өҫтөнән эште планлаштырыу (перспектива — маҡсат, бурыс ҡуйыу, программа төҙөү).
- Программаны тормошҡа ашырыу — Әҙерлек — психологик (мотивация, ҡыҙыҡһыныу, ҡуйылған маҡсаты (психология), ыңғай шәхси Мин-концепцияһы).
- Практик әҙерлек (белем, оҫталыҡ, күнекмә).
- Үҙконтроль һәм үҙкоррекция[16].
- Үҙ асылыңды танып белеү
Шәхес үҫеше үҙпрограммаһы буйынса үҙ шәхесен камиллаштырыу мөмкинлеге тураһындағы үҙпрогнозын матдилаштырыуы. Шәхестең тәртибе һәм эшмәкәрлеге принциптарына әйләнгән үҙтәрбиә программаһын төҙөү яйлап йәшәү ҡағиҙәләре системаһын булдырыуҙан башлана. Мәҫәлән, бер ваҡытта ла һәм бер ҡайҙа ла һуңламаҫҡа; бер ваҡытта ла һәм бер кемгә лә бер һүҙ менән: «эйе», «юҡ» тигән яуап бирмәҫкә — башҡа төрлө яуап формаларын эҙләргә; бер ваҡытта ла һәм бер кемгә лә ярҙамдан баш тартмаҫҡа һ. б. Үҙтәрбиә программаһы менән бергә шулай уҡ үҙ өҫтөңдән эшләү планын: оҙайлы ваҡытҡа план-максимум һәм план-минимум (көнгә, аҙнаға, айға) төҙөргә мөмкин.
- Үҙтәьҫир
Үҙйоғонто саралары һәм ысулдары сикһеҙ төрлө. Үҙ шәхесенең үҙенсәлектәрен һәм аныҡ шарттарҙы иҫәпкә алып, һәр кеше уларҙың иң ҡулай бәйләнешен һайлай. Үҙтәрбиә саралары араһында үҙенең психик торошо менән идара итеү йәғни үҙкөйләү саралары айырым урын алып тора. Уларға төрлө өҙөү, үҙмауығыу (самоотвлечение), мускулдарҙы хәлһеҙләндереү (релаксация), шулай уҡ үҙкүндереү, үҙбойороу, үҙконтроль, үҙ-үҙен ышандырыу һ. б. Һуңғы йылдарҙа, киң популярлаштырылыуы арҡаһында, йышыраҡ махсус һүҙ формулалары — аутотренинг ярҙамында маҡсатҡа йүнәлешле методтар һәм алымдар йышыраҡ файҙаланыла[12].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Комментарийҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Коджаспирова Г. М. История образования и педагогической мысли: таблицы, схемы, опорные конспекты. — М., 2003. — С. 16
- ↑ Ушинский К. Д. Педагогические соч. в 6-ти т. — Т. 2. — М., 1988. — С. 30
- ↑ Коменский Я. А. Великая дидактика, гл. XIII).
- ↑ Шацкий С. Т. Пед. соч, Т. 1, с. 298).
- ↑ Цит. по Луначарский А. В. Основные принципы единой трудовой школы // Народное образование, 1999, № 10.
- ↑ Кушнир А. М. Пора исправить трагическую ошибку КПСС в воспитании! // Альманах Макаренко, 2008 г., № 1 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Гнусарькова М.А. Престиж профессии — учитель . Дата обращения: 15 декабрь 2015. Архивировано 22 декабрь 2015 года.
- ↑ Ирина Резник. Спасти учителя . Газета.Ru (5 ноябрь 2013). Дата обращения: 15 декабрь 2015. Архивировано 22 декабрь 2015 года.
- ↑ Харрингтон, 2020, с. 264
- ↑ Алла Салмина. Зарплата учителей выросла за счёт нагрузки . Российская газета (25 март 2014). Дата обращения: 15 декабрь 2015. Архивировано 22 декабрь 2015 года.
- ↑ Путин призвал перестать нахваливать учителей и вспомнить о зарплатах // Лента.ру. Архивировано из первоисточника 20 октябрь 2020.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Педагогика: Учебное пособие / Под ред. В. А. Сластёнина. — М., 2004.
- ↑ Букатов В. М. Педагогические таинства дидактических игр: учебно-методическое пособие. — 2-е изд, испр. и доп. — М., 2003. — 152 с.: ил.
- ↑ Ершов П. М., Ершова А. П., Букатов В. М. Общение на уроке, или Режиссура поведения учителя. — 2-е изд., перераб. и дополн. — М., 1998. — 336 с.
- ↑ 15,0 15,1 Ершова А. П., Букатов В. М. Режиссура урока, общения и поведения учителя. — 4-е изд., перераб. и дополн. — М., 2010. — 344 с.: ил.
- ↑ 16,0 16,1 Коджаспирова Г. М. Педагогика в схемах, таблицах и опорных конспектах. — М., 2008.
Төшөрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Джоэл Харрингтон. Праведный палач. Жизнь, смерть, честь и позор в XVI веке = Joel F. Harrington. The Faithful Executioner: Life and Death, Honor and Shame in the Turbulent Sixteenth Century. — М.: Альпина нон-фикшн, 2020. — ISBN 978-5-00139-190-6.
- Кульшарипов М.М., Низамов А.Г. История Башкирского государственного университета. Уфа, 1997;
- Алмаев Р.З. Школьное образование в Башкирской АССР: история, достижения, традиции. Уфа, 2008;
- Ергин Ю.В. У истоков университетского образования: очерки о предыстории Башк. гос. ун‑та. Уфа, 2009.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Педагогическая библиотека 2019 йыл 22 март архивланған.
- РГПУ им.А.И.Герцена
- Педагогическая библиотека 2019 йыл 22 март архивланған.
- Сообщество учителей онлайн английского
- Съезды учителей
- И. И. Валиев. Средняя и высшая школа современной России (1991– 2011 годы)
- ЛИКВИДАЦИЯ НЕГРАМОТНОСТИ
- УЧИТЕЛЬСКИЙ ИНСТИТУТ в Уфе