[go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Тәкфирселек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәкфирселек
ғәр. تكفيري
Төп тема такфир[d]
Йоғонто яһаусы кутбизм[d][1]
Сәйет Ҡотобтың (илл.) әҫәрҙәрен радикаль интерпретациялау тәкфирселектең барлыҡҡа килеүенә килтерә

Тәкфирселек (ғәр. تكفير‎ — тәкфир + селек, рус. такфиризм) Мысырҙан килгән радикаль ислам идеологияһы, уның нигеҙе булып мосолмандарҙы көфөрлөктә ғәйепләү тора. Тап ошо тәкфирселектең башҡа ислам ағымдарынан төп айырмаһы булып тора ла инде. Террорсы мосолмандарҙың күбеһе тәкфирселек яҡлы, ләкин тәкфирселәр араһында көс ҡулланыуҙан ситләшеүселәр ҙә бар. Урыҫ телле әҙәбиәттә тәкфирселек яҡлыларҙы такфиристар, такфириттар йәки такфировцы тип атайҙар.

Тәкфирселектең нигеҙе булып тотош мосолман йәмәғәттәрен иманһыҙлыҡта (көфөрлөк) ғәйепләү тора. Тап ошо тәкфирселектең башҡа исламсы ағымдарҙан төп айырмаһы булып тора. Әммә сәләфилек, йыһатсылар менән билдәле бер буталсыҡ булыуға ҡарамаҫан, тәкфирселәр үрҙә телгә алынған ағымдарҙан ярайһы уҡ айырыла[2]. Сәләфиҙәр тәкфирселек кеүек шул уҡ ультраконсерватив мосолмандар, әммә уларҙан көс ҡулланыуҙы ҡабул итмәү менән айырыла[3].

Роберт Бэр билдәләмәһе буйынса, «тәкфирсе» һүҙе ғәҙәттә «донъяны аҡлы-ҡаралы ғына итеп күргән» сөнни-мосолмандарға ҡағыла: уларҙа "хаҡ мосолмандар менән кафырҙар ғына бар, аралаш төҫ юҡ, һәм уларҙың маҡсаты — Ҡөрьәнгә һүҙмә-һүҙ ярашлы Хәлифәлекте тергеҙеү[4].

«Тәкфирселек» исламда бидғәт тип һанала. 2005 йылда Иордания короле Ғабдулла II инициативаһы буйынса биш йөҙҙән ашыу дин белгесе һәм мосолман сәйәси лидерҙары тәкфирселекте «законһыҙ» тип иғлан иткән "Амман мөрәжәғәте"нә ҡул ҡуялар. Билдәле америка колумнисы Майкл Джерсон һүҙҙәренсә, «тәкфирселек исламдың сағылышы түгел, ә уның боҙолоуы».